Һау бул, әсәйем Ҡоштар ҡайта, ә беҙҙең егеттәр Таңға тиклем гармундарҙа уйнай. Һәр береһе ҡыҙын ҡосаҡлаған, Күңелдәре илай-илай йырлай. Тағын ҡоштар ҡайта, тағын ҡоштар китә, Кемдер был ваҡытта йыраҡта хеҙмәт итә. Тыуған яҡҡа хаттар яҙып эҫе көндәр үтә-үтә, Ҡош телендәй сәләмде улынан әсәһе көтә. Бында иртәгә нимә булырын хатта шайтан белмәй, Ә һеҙҙең хәбәрҙәрегеҙ күптән унда барып етмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙән үлем рөхсәт һорап тормай, Егеттәрҙең күңелдәре кисен һағынып-һағынып йырлай. Һау бул, әсәйем, миңә юлға иртән, Сит яҡтарҙа нисек йәшәрмен икән? Ҡайта алмаһам, берүк ғәфү ит, Минең бында ғәйебем юҡ бит. Уйламағыҙ был йәштәрҙе бер нимә аңламай тиеп, Намыҫтарын һаҡлай улар бысраҡ йәшел кейем кейеп. Төндәр еткәс ҡурғаш ямғыр яуа арымай-туҡтамай, Тыныс таңдар атыуға хәҙер инде бер кем ышанмай. Көтә һине әсәйең, көтә һине яратҡан ҡыҙың, Урамдарҙан ҡайтырмын тиеп гармундар тартып уҙҙың. Нисек кенә, дуҫҡай, ҡыйын булһа ла, түҙергә кәрәк, Ә бына шундай йырҙарҙы беҙгә йырларға иртәрәк. Һау бул, әсәйем, миңә юлға иртән, Сит яҡтарҙа нисек йәшәрмен икән? Ҡайта алмаһам, берүк ғәфү ит, Минең бында ғәйебем юҡ бит. Ҡайта алмаһам, берүк ғәфү ит, Минең бында ғәйебем юҡ бит.